Еңеү салюты Өфөләге инвалидтарҙың ижад йортон гөрләтте

Бөгөн күреү һәләте буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында республика фестивале уҙҙы. Ҡатнашыусылар йыр- моң, бейеү һәм ҡул эштәре тәҡдим итте.

Фестивалгә Мәләүездән «Аманат» ансамбле халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын алып килгән. Милли кейемдәрҙәге ижади төркөм ағзалары араһында, диңгеҙсе Фәнил Яманаев айырылып тора. 23 йыл һыу аҫты кәмәһендә эшләгән уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡас ижад донъяһына сумған. Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнгән, йырҙар яҙа.

Профессиональ рәссамдарҙан кәм төшөрмәй. Диңгеҙсенең картиналары Малаяҙҙағы Салауат Юлаев исемендәге музейҙы, Санкт-Петербургтың хәрби-диңгеҙ флоты үҙәк музейын биҙәй. Сараға ул үҙенең юҡҡа сыҡҡан тыуған ауылы һүрәтләнгән картиналарҙы һәм әлбиттә, диңгеҙ тураһында яҙған һәм тимергә уйып яһаған эштәрен килтергән.

Күреү һәләте насар булыуы уларға күҙҙең яуын алырҙай ҡул эштәре тыуҙырырға ҡамасау түгел. Сигеү, бәйләү һәм башҡа шөгөлдәрҙе үҙ итеүселәрҙең ижад емештәренән күргәҙмә кәштәләре һығылып тора.

Республика инвалидтар ижад йортонда эшләп килгән «Умырзая» төркөмөнә йөрөүселәрҙе лә оҡшаш яҙмыш берләштерә.

Стәрлетамаҡтан килгән Данис Бағаув иһә бөтәһен дә үҙе йырлап та, гармунда ла уйнап хайран ҡалдырҙы. Нефтсенең күҙҙәренә зыян килгән, әммә моң тулы күңеленә түгел.

Күңел күҙҙәре һау булғанда донъя бар төҫтәрҙә балҡый. Фестивалгә килеүселәрҙең ижады ошо фекерҙе дәлилләй.

Фото №1 - Еңеү салюты Өфөләге инвалидтарҙың ижад йортон гөрләтте

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ