Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһы финалы үтте

Дуҫ булайыҡ! Тап ошо девиз аҫтында Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһы финалы үтте. Сәхнәлә һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ете команда сығыш яһаны. Башта уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәре менән таныштырып, көнүҙәк темаларға арналған шаяртыуҙары менән тамашасыларҙы көлдөрҙө.

Артабан музыкаль өйгә эштә көс һынашты. Төп уйын һөҙөмтәләре буйынса «Миҙгел асышы» номинацияһында – Өфөнән «Һупайлы дәрүиштәре» билдәләнһә, «Һүҙгә маһирҙар» тип «Башҡорттар.ru» командаһы танылды. Шулай уҡ «Иң яҡшы шаяртыу», «Иң яҡшы миниатюра», иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет ролдәре» номинацияларында еңеүселәр булды.

Беренсе урынды, туғыҙынсы миҙгелдең чемпион Кубогын Нефтекаманан «Балаяндар» командаһы яулаһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы «Әбйәлил» менән «20-cе централ» командалары уртаҡлашты.

Башҡорт юниор Квн лигаһы туғыҙынсы йыл ойошторола, ошо ваҡыт эсендә унда 170 команда, йәғни ике меңгә яҡын егет-ҡыҙ ҡатнашҡан.

Фото №1 - Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһы финалы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ