Бөгөн Өфөлә "Ер хәтере" республика марафоны башланды

Ер хәтере. Бөгөн республикала тупраҡ йыйыу буйынса марафонға старт бирелде. Башҡортостан райондарынан тупланған ер Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың Өфөләге Совет майҙанындағы һәйкәле нигеҙенә һалына. Тәүге сара баш ҡаланың Еңеү паркында үтте. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры иҫтәлегенә ҡуйылған бюст янынан бер һалдат каскаһына ҡара тупраҡ алынды. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков әйтеүенсә, акция бөтә райондарҙы берләштерәсәк.

Бөгөн Өфөлә "Ер хәтере" республика марафоны башланды
Фото №1 - Бөгөн Өфөлә "Ер хәтере" республика марафоны башланды

“Ер хәтере” республика марафонын үткәреү теҙмәһе билдәләнгән. Сара бер нисә районды берләштергән зона үҙәктәрендә була. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ПрокультураРФ порталында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тура трансляция алып барыла.

Фото №2 - Бөгөн Өфөлә "Ер хәтере" республика марафоны башланды

#БашкортостанМарафонШаймуратова2022

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ