Ҡәҙриә Ғәйнетдинова "Хеҙмәт кешеһенә дан!"

Бөгөн Өфөлә Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған митинг-концерт үтте. “1 май халыҡ яратҡан байрамдарҙың береһе. Бигерәк тә Советтар Союзы осоронда тыуғандар өсөн ул ҙур мәғәнәгә эйә. Быйыл иһә байрам  нацизмға ҡаршы, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек девизы аҫтында уҙа”, - ти   Рәсәй агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова.

Ҡәҙриә Ғәйнетдинова "Хеҙмәт кешеһенә дан!"

Бөгөн митинг-концерт барышында Башҡортостандың һөнәри берлеге төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған конкурс еңеүселәрен билдәләне. Нефть сығарыу, машиналар эшләү,  төҙөлөш, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡ хеҙмәтсәндәре бүләкләнде. “Башҡортостан оҫталары” ярышы еңеүселәре Зәүрә Нөсрәтуллина һәм Туймазынан токарь Ирек Сәхәбетдинов тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Ҡәҙриә Ғәйнетдинова "Хеҙмәт кешеһенә дан!"

27 апрелдә Башҡортостан профсоюздар федерацияһынан 5 машина нацизмға ҡаршы автосәфәрҙә ҡатнашыусылар колоннаһына ҡушылды. Бөгөн Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда профсоюз вәкилдәренең тантаналы парады булды. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар 9 май – Бөйөк Еңеү көнөн Волгоградта ҡаршыларға ниәтләй. Улар Мамай Ҡурғанында булған сараларҙа ҡатнашырға иҫәп тота.

Фото №1 - Ҡәҙриә Ғәйнетдинова "Хеҙмәт кешеһенә дан!"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ