Федераль һәм республика каналдары аша трансляцияланған төп сара Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтте. Байрам вәғәзен Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны.
Баш мөфтөй үҙенең сығышында Ураҙаның әһәмиәтенән тыш, йәмәғәтселекте борсоған башҡа темаларға ла туҡталды. Мөьмин мосолмандарҙы изге байрам менән Башҡортостан башлығы ла тәбрикләне. Төп тәғлимәттәр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Иртәнге тынлыҡты йәмләп баш ҡалабыҙҙа аҙан тауыштары яңғырай, барса мосолмандар аҡ уйҙар, изге ниәттәр менән мәсет-мәхәлләләргә ашыға. Ураҙа ғәйете иң олуғ, мөбәрәк байрамдарыбыҙҙың береһе. Рамаҙан айы ризыҡтан тыйылыу ғына түгел, хилаф ғәмәлдәрҙән дә йыраҡ тороу. Был ғәмәлдең асылында нәфсеңде ауыҙлыҡлау, башҡаларға ҡарата миһырбанлы булыу тигән төшөнсәләр ята. Ураҙа – һынау осоро, бар гонаһтарҙы йыуыу мөмкинлеге, тине баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
Байрам намаҙына килеүселәр араһында Республика башлығы ла бар. Радий Хәбиров мосолмандарҙы Ураҙа ғәйете менән тәбрикләп, мосолман ҡәрҙәштәргә күңел тыныслығы һәм башҡарған эштәренең хаҡ булыуын теләне. Ошо ҡатмарлы осорҙа берҙәм булыу мөһим, тине Радий Фәрит улы.
Ураҙаның ризыҡтан тыйылыуҙан тыш тағы ла бер мөһим ғәмәле бар. Ул мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы биреү. Был изге, олуғ байрамда һәр кемдең кәйефе күтәренке булыуы шарт.
Мәсеткә килеүселәр фекеренсә, быйыл Ураҙа еңел үткән, мосолмандар дәррәү ифтарҙарға йөрөгән. Коронавирус пандемияһынан һуң халыҡ тере аралашыуҙы һағынған, икенсенән, был байрам милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ сағылышы ла булып тора.
Ураҙа – мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Уны бәлиғ булған һәм һау-сәләмәт һәр кеше тоторға тейеш тип иҫәпләнә.
Ураҙа ғәйете мосолмандарҙың иң олуғ байрамдарының береһе. Ул мөбәрәк Рамаҙан айының тамамланыуы аңлата һәм шәүүәл айының тәүге өс көнөндә билдәләнә. Был осорҙа туғандарыңдың яҡындарыңдың хәлен белеү, табынға йыйыу, мохтаждарға ярҙам итеү изге ғәмәл һанала.
Рәмзиә Кәримова







