Башҡортостан Бөтә Рәсәй халыҡ фронты менән Рәсәй тимер юлдары иғлан иткән «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» акцияһына ҡушылды. Был проектҡа ярашлы илдең 60 төбәгенән гуманитар ярҙам вагондары йыйыла һәм артабан улар бер йөк поезы составында Донбасҡа оҙатыла. Башҡортостан вагоны «Өфө» тимер юл вокзалынан ҡуҙғалды. Алыҫ юлға сыҡҡан эшелонды БЮТ каналының ижади төркөмө лә оҙатты.
«Өфө» тимер юл вокзалында иртәндән ғәҙәти булмаған йәнлелек, перронда министрлыҡ, ведомство етәкселәрен дә, йәмәғәт ойошмалары ағзаларын да, ирекмәндәрҙе лә күрергә мөмкин. Барыһы ла был акцияның әһәмиәтен яҡшы аңлай. Бөгөн Донбасс беҙҙең ярҙамға мохтаж. Тимерйән Рәжәпов гуманитар йөк автомобилдәрен оҙатып Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 5 тапҡыр барған, әле тәү сиратта төҙөлөш материалдары талап ителә, ти ул.
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» акцияһын Рәсәй халыҡ фронты Рәсәй тимер юлдары менән берлектә ойошторған. Был башланғысҡа илдең 60 төбәге ҡушылған. Изге эштән Башҡортостан да ситтә ҡалмаған.
Гуманитар вагонды оҙатыу тантанаһында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, беҙҙең республика халҡы ярҙамсыллығы, мәрәхәмтәлелеге менән айырылып тора. Район-ҡалаларҙа тәүге көндәрҙән үк хәрби операциянан зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам туплау башланған.
Гуманитар ылау Өфөнән илдең баш ҡалаһына юллана, артабан инде төрлө төбәктәрҙән йыйылған вагонгдар бер составҡа тупланып Донбасҡа оҙатыла.
Рәмзиә Кәримова




