Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә тупраҡ йыйыу буйынса марафонға старт бирелде

Ер хәтере. Башҡортостанда Рәсәй геройы, генерал майор Миңлеғәле Шайморатовтың Өфөнөң Совет майҙанындағы һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ йыйыу буйынса марафонға старт бирелде.

Тәүге сара Өфөнөң Еңеү паркында үтте. Башҡорт атлыларының легендар командиры иҫтәлегенә ҡуйылған бюст эргәһенән алынған бер каска ҡара тупраҡ оҙатылды. Марафонға старт биреү сараһын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.  

Ер хәтере марафоны 1 майҙа башланыуы  осраҡлы түгел. 1942 йылда тап ошо көндө Башҡорт атлылары дивизияһы Брянск фронтының 8-се кавалерия корпусы составына алына, 1945 йылдың 1 майында Берлин операцияһындағы уңыштары өсөн улар 2-се дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә.

Гильзаға тупраҡ туплау акцияһы Еңеү паркында арҙаҡлы дивизияның легендар командиры Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов менән Советтар Союзы геройы, генерал майор Таһир Күсимовтың бюсы эргәһенән башланды.

«Ер хәтере» Марафон майҙансығына Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби форма кейгән атлылар үтте. Улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттарын һынландырҙы.

Эстафетаны башлау хоҡуғы хәрби бәрелештәр ветераны Альберт Шаһиморатовҡа бирелде. Афғанстанда утлы сынығыу үткән замандашыбыҙ күп һанлы орден миҙалдар менән бүләкләнгән. Уның фекеренсә, Еңеү байрамында Ватан һаҡсыларының быуындар бәйләнеше тойола. Бөгөнгө илһөйәрлек сараһында был асыҡ сағылды.

Өфөлә башланған марафон 8 көн эсендә республиканың барлыҡ район-ҡалаларын урап үтергә тейеш. Башҡорт атлылары фронтҡа алынған барлыҡ төбәктәрҙән йыйылған тупраҡ 8 майҙа Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылына килтерелә. Гильза легендар комдивтың тыуған төйәгенән һәм һәләк булған урыны Луганск халыҡ республикаһы Штеровка ауылы янындағы ҡалҡыулыҡтан алынған ер менән тулылана. Марафон 9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында тамамлана.

Фото №1 - Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә тупраҡ йыйыу буйынса марафонға старт бирелде

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ