Бер быуатҡа яҡын сафта. Баш ҡаланың боронғо техника һөйөүселәр клубы 14-се миҙгелен асты. Ошо уңайҙан Өфөлә ретро автомобилдәр күргәҙмәһе үтте. «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда ике тиҫтәгә яҡын сит ил һәм Совет осоро машиналары ҡуйылды. Әйткәндәй, автомобилдәрҙең барыһы ла үҙ тәгәрмәстәрендә йөрөп килде.
Миңнулла Низаметдиновтың «күбәләге» хәҙер инде ете тиҫтә йыл сафта. Ә бит 401-се «Москвич» гаражда ғына һаҡланмай. Хужаһы уның менән даими баҡсаға ла йөрөй. Ә ул һаман заводтан сыҡҡан шикелле. Тик буяуы ғына яңыртылған.
Ә был 116-сы «Мерседес Бенц» үтә лә һирәк машина. Ул үҙ ваҡытында Владимир Высоцкийҙа ғына булған. Дөрөҫ, зәңгәр төҫтә. Кондиционер менән йыһазландырылған автомобиль ул ваҡытта партия етәкселәренә лә эләкмәгән.
Ул осорҙа беҙҙең илдә етештерелгән техника ла һынатмаған. «Волга», «Москвич»тар үҙ заманында сит ил авто сәнәғәтенә көнәркәшлек тыуҙырған.
Һуғыштан ҡайтҡан трофейҙар, 21-се «ГАЗ»дар, 412-се «Москвич»тар. Уларҙың һәр береһе тарих һаҡлай. Күргәҙмәне ҡарарға килгән ҡунаҡтар ҙа ретро машиналарҙың ябай тимер-томор түгеллеген, ә йәнле техника икәнлеген иҫбатлай.
Автомобилдәр менән бер сафта Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған м-72 мотоциклын да күрергә мөмкин ине. Коляскала пулемет һәм янында хәрби экипаж. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар сираттағы сараға – Еңеү көнөнә әҙерләнә. 9 май байрамында был ретро техниканы Өфө урамдарында йәнә күреп буласаҡ.
Айнур Кәбиров




