Өфөлә фонтандар эшләй башланы

Ошо уңайҙан фонтандар янындағы майҙандарҙа ижади коллективтар концерт ҡуйҙы. Салауат Юлаев майҙанында «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор коллективы сығыш яһаны. Коллектив байрамға килеүселәрҙе дәртле йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.

Баш ҡалала бөтәһе 23 фонтан эш башланы. 2007 йылда конгресс-холл эргәһендә төҙөлгән  фонтан ҡараңғыла төрлө төҫтәрҙә балҡый һәм ҡурай сәскәһен хәтерләтә. Яҡынса 77 метр тирәһе оҙонлоҡтағы фонтанда 1 мең кубометр һыу циркуляциялана.

Фото №1 - Өфөлә фонтандар  эшләй башланы

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ