«Александр Пушкин» теплоходы Түбәнге Новгород – Өфө маршруты буйынса туристар менән килгән. Илдең төрлө төбәктәренән булған ҡунаҡтар бөгөн баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныша, лайнер иртәгә кире ҡайтырға сыға. Һыу транспорты менән сәйәхәт итеүселәрҙең тәьҫораттарын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
«Александр Пушкин» донъяның һыу киңлектәрен күп гиҙһә лә, Ағиҙел ярында тәүге тапҡыр. Ағиҙелдә ағым көслө, шуға был яҡҡа сыҡҡас тиҙлек яйланы, ә былай айырма юҡ, ти хужалар.
Дүрт палубалы ҙур круиз лайнеры тәрән һыуҙа ғына йөҙә ала. Әле Ағиҙелгә ташҡын осоронда ғына сығырға мөмкин.
Круиз лайнерында 200-гә яҡын кеше, уларҙың күбеһе туристар. Ҡунаҡтарға бай мәҙәни программа тәҡдим ителә. Был юлы теплоходта башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә таныштырғандар. Туристар өсөн кейеҙ баҫыу, башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолған.
Туристар фекеренсә, Өфө круиз маршрутына тәүге тапҡыр индерелә, шуға был сәйәхәт күптәр ҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Башҡортостан иһә круиз теплоходын ҡояшлы көн, йыр-моң менән ҡаршы алды. Туристар өсөн Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйла сәфәр ҙә ойошторолдо.
«Дуҫлыҡ Монументы» аҫтында, Ағиҙел буйында туҡтаған теплоход Өфө халҡын да битараф ҡалдырманы. Күптәр эске туризмды үҫтереү мотлаҡ тип иҫәпләй.
Башҡортостан сәхнә оҫталары теплоход туристары өсөн мәҙәни программа ла әҙерләгән, туристарҙы бай йөкмәткеле концерт программаһы ла көтә.
Рәмзиә Кәримова





