Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ҡаршылап. Күмертау ҡалаһы халҡы «Ер хәтере» акцияһына ҡушылып, «Салют, Еңеү!» автоуҙышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 майҙа Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тултырыу марафоны старт ағайны. «Ер хәтере» акциянан күмертауҙар ҙа ситтә ҡалманы. Каскаға тупраҡ һалыу бурысы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Архип Ермаковҡа тапшырылды.
Ошо уҡ көндө төбәккә «Салют, Еңеү!» автоуҙышында ҡатнашыусылар килде. Тантаналы митинг Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле сығыштары һәм мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды. Автоуҙышта ҡатнашыусылар артабан Мәләүез ҡалаһына юллана.







