Урындағы фермерҙарҙың береһе ярты ай самаһы элек Новосибирскийҙан махсус ҡоролма алып ҡайтҡан.
Әле цехты монтажлау эштәре бара. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре себештәр өсөн тәүге продукция сығарып ҡараған да инде. Цех тулы ҡеүеттә эшләй башлау менән бында тәүлегенә өс тонна, шул иҫәптән һыйыр малдары өсөн ҡатнаш аҙыҡ етештереү ҡарала.
Хужалыҡ етәкселеге билдәләүенсә, был төр продукцияға ихтыяж республикала һәр ваҡыт юғары. Башлыса, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнгән фермер киләсәктә малдарҙы ишәйтеү маҡсаты менән яна.
Илдар Байбулатов




