Әкрәм Дауытов Бөйөк Ватан һуғышын музыка ҡоралын ташламай үткән ветерандарҙың береһе. Шуға күрә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Еңеүҙең 77 яҙын билдәләгән көндә шәхескә иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы юҡҡа түгел.
Әкрәм Сөнәғәт улы 1914 йылда Ҡандрыкүл янындағы Йәрмөхәмәт ауылында донъяға килгән. Ул Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып фронтҡа китә һәм Еңеү көнөнә тиклем яуҙа була. Дүрт тапҡыр яралана. Беренсе һәм икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл йондоҙ, «Батырлыҡ өсөн» , «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн», Сталиндград оборонаһы һәм Берлинды алыуҙа ҡатнашҡаны өсөн миҙалдары менән билдәләнә.
Тыуған яғына ҡайтҡас Әкрәм Дауытов музыка яҙыуға ныҡлап тотона. Киләсәк быуынға ул 700 йыр ҡалдыра. Уның әҫәрҙәрен бик күп билдәле һәм профессиональ артистар башҡара.
Айнур Кәбиров




