«Ҡоҙа, ҡоҙалар, һеҙҙә нисек, беҙҙә айыҡ күңел асалар». Республика «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Иҫке Сибай ауылында ошо исем аҫтында сара үтте. Байрам матур йолаларҙың тергеҙелеүе менән әһәмиәтле булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡоҙаларҙы ҡаршы алыу, ҡот алып ҡасыу. Урал аръяғы райондарында был йола киң таралған. Ҡоҙаларҙың яулыҡ артынан баҫтырышыуы мәлендә төрлө шаяртыуҙар булырға мөмкин. «Ҡот алыу» – бәхеткә юрала. Иҫке Сибайҙар онотолоп барған ҡолаҡ тешләтеү йолаһын да күрһәтте.
400 йылдан ашыу тарихы булған Иҫке Сибай ауылында бөгөн 5 меңдән ашыу кеше йәшәй. Белем һәм мәҙәниәт учреждениелары, иман йорто, Йәмәғәт ойошмалары гөрләп эшләй. Үткән сараға бар ауыл халҡы йәлеп ителде.Һәр ойошма күргәҙмә әҙерләне, килгән ҡунаҡтарға шәп тамаша ойошторҙо.саҡырылған ҡунаҡтар араһында уҙған йыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре Түбәнге Яйыҡбай ауылы делегацияһы ла булды.
Республика кимәлендә үткән йәшелләндереү акцияларынан ситтә ҡалмай иҫке сибайҙар. Әле урында Ҡоролтай аллеяһын булдырылып, унда 50 ашыу ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Аллеяны киләсәктә Ҡарағайлы йылғаһы күперенә тиклем һуҙыу ҡаралған.
Иҫке сибайҙар үҙҙәренең тарихы менән ҡыҙыҡһынып, уны тергеҙеп, киләсәк быуынға еткереү өҫтөндә әүҙем эш алып бара. «Байыҡ – 2021» республика конкурсында еңеүсе «Яҙгөл» ансамбле ошо ерлек кантондарының ҡатындары хаҡындағы бейеү быға дәлил.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә иҫке сибайҙар 150‐гә яҡын сара ойошторҙо. «Ҡоҙа, ҡоҙалар, һеҙҙә нисек, беҙҙә айыҡ күңел асалар» күренеше иһә йомғаҡлау сараһы булды һәм ул ҡатнашыусылар тарафынан юғары баһаланды. Айыҡлыҡты һәм сәләмәтлекте пропагандалаган иҫке сибайҙар республикала һынатмаҫ һәм алдынғылыҡта булыр.
Айнур Кәбиров







