Сәхнә әҫәре «Һоросай менән «Ҡарасай» башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп ҡуйылған.
Театрҙа реконструкция эштәре барғанға күрә, яңы спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында күрһәтелде. «Ике бесәй» спектаклен киләсәктә башҡорт теленә тәржемә итеү күҙаллана. Постановканы сәхнәгә режиссер Ольга Штырляева сығарһа, рәссамы – Илнур Слявчин. Сәхнә әҫәре балаларға оҡшар тигән өмөттә театр хеҙмәткәрҙәре.
Әлфинә Килдейәрова




