«Ер хәтере» республика хәрби патриотик марафонында ҡатнашыусылар бөгөн Мәләүезгә барып етте

112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға ҡара тупраҡ оҙатыу акцияһы ҡаланың «Дан паркы»нда үтте.

Мәләүезгә шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат ҡалалары, Көйөргәҙе, Федоровка , Ишембай райондары вәкилдәре килде. Уларҙың һәр береһе төбәгендәге мемориаль комплекстарҙан һалдат каскаһына һалып тупраҡ алып килгән. Уны атлы дивизия вариҫтарына тапшырыу мәлен БЮТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров күҙәтте.

Ишембай Бөйөк Ватан һуғышына иң күп яугирҙарын оҙатҡан ер. Райондан 25 мең һалдат туған илен һаҡлап яуға күтәрелә. Шуға күрә легендар дивизия командиры һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ  юрматы ерен ҙур тантана ойоштороп оҙата Ишембайҙар. Обелисктан бер ус ҡара ер алыу хоҡуғы Афған һуғышы ветераны, «Ҡыҙыл йондоҙ ордены» кавалеры Илдус Ғабдулхай улына тапшырыла.

Уландарын яуға оҙатҡанда халҡыбыҙ  бер ус ғәзиз тупрағын тапшырған. Ошо  ҡара тупрағын һаҡлап башын һалған яугирҙар ҡәберлектәренә лә туған илдән килтерелгән ерен һалғандар. Бөгөн дә Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат ҡалалары, Көйөргәҙе, Федоровка, Ишембай райондары һалдат каскаһында изге ер килтерелеп махсус гильзаға һалды. Атлы дивизия батырҙары вариҫтары уны Өфөлә ҡуйыласаҡ һәйкәл нигеҙенә күмәсәк.

«Ер хәтере» марафоны быуындар бәйләнеше, илһөйәрлек тәрбиәһе сағылышы. Афған, Чечен бәрелештәре ветерандарының , йәш армеецтарҙың да бер сафта булыуы ил ныҡлығы тураһында һөйләй. Ата-олатайҙарҙың данын уларҙың вариҫтары ғорур күтәреп бара.

Һәр район хәтер гильзаһына үҙ еренән бер ус тупраҡ һалғас та кавалеристар вариҫтары республика буйлап сәфәрен дауам итте. Бөгөн Әлшәй районы иртәгә Туймазылар еңеү хәтерен ҡабул итә. Сиратта Яңауыл, Бөрө, Ҡыйғы һәм Ҡырмыҫҡалы. Тантаналар барышын тотош Башҡортостан халҡы күҙәтә ала. Изге тупраҡ тапшырыу сараһын «Бәйләнештә» селтәрендә һәм Прокультура РФ сайтында тура эфирҙа бара.

Фото №1 - «Ер хәтере» республика хәрби патриотик марафонында ҡатнашыусылар бөгөн Мәләүезгә барып етте

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ