Краснокама районында ауыл хужалығын үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә

 Төбәктә малсылыҡ, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек буйынса махсуслашҡан хужалыҡтар уңышлы эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа эшкәртеү тармағы ла үҫешә. Етештерелгән продукцияға ла ихтыяж ҙур. Аграр тармаҡты үҫтереүгә тос индергән ер хужалары менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.

Һөт продукцияһын эшкәртеү тулыһынса автоматлаштырылған, әммә ҡул хеҙмәтенә лә ихтыяж етерлек. Хеҙмәткәрҙәр ҡаптарға тамға һуғып, йәшниктәргә тултырып тора. Һөт ризыҡтарының сифаты һәр этапта тикшерелә, продукция бөтә талаптарға яуап бирергә тейеш.

Завод сеймалды урындағы фермерҙарҙан һатып ала. Тәүлегенә бында 5 тонна һөт эшкәртелә, әммә цехтарҙың  мөмкинлеге тағы ла юғарыраҡ. Биләмәлә  урынлаштырылған трансформатор подстанциялары сафҡа индерелеү менән етештереү ҡеүәте тағы арттырыла. Яңы эш урындары ла барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Ә бына Красномакамалағы теплицала ҡыяр йыйыу миҙгеле бара. Хужалыҡта йәшелсәләр өсөн бер гектарға яҡын майҙан бүленгән. Йыл һайын  уңыш күләме арта, әҙер продукция Башҡортостан сауҙа үҙәктәренә лә, сит төбәктәргә лә оҙатыла. Хужалар әйтеүенсә, санкциялар индерелеү менән бәйле проблемалар юҡ. Ашламалар ҙа урындағы предприятиенан алына. Ер хужалары майҙандарҙы арттырыу һәм башҡа төр йәшелсәләр үҫтереү ниәте менән яна.

Краснокама районы хакимиәте етәкселәре фекеренсә, төбәктә ауыл хужалығы йылдам үҫешә, яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Әле ҡошсолоҡ  буйынса махсуслашҡан проект тормошҡа ашырыла. Бер комплекс ҡош ите етештереү, икенсеһе йомортҡа һатыу  менән шөғөлләнергә иҫәпләй. Аграр тармаҡтың башҡа йүнәлештәрен үҙләштереүселәр  ҙә бар.

Ер хужалары билдәләүенсә, әле үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға ихтыяж ҙур. Икенсенән, дәүләт яғынан да төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Был да аграр тармаҡта иғтибарҙы арттыра һәм йылдам үҫешкә этәргес яһай.

Фото №1 - Краснокама районында ауыл хужалығын үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ