Бындай учреждениелар дәүләт ҡарамағында була. Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет етәксеһе Салауат Харрасов белдереүенсә, айнытҡыстар эшмәкәрлеге табыш алыуға ҡоролмаҫҡа тейеш.
Рәсәйҙә йыл һайын 50 меңдән ашыу кеше эсеп үлә. Уларҙың һәр бишенсеһе урамдарҙа ҡалып туңа. Ундайҙарҙы айнытҡысҡа алып барыу ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.







