Өфөлә “Карауанһарай” сауҙа үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Унда һуғыштан һуң һаҡланып ҡалған шәхси әйберҙәр, фотоһүрәттәр тупланған. Күргәҙмә 12 майға тиклем эшләй. Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова әйтеүенсә, бындай күргәҙмәләр йәш быуын өсөн мөһим.







