Башҡортостанда халыҡты коронавирустан ҡабаттан вакциналау дауам итә

Бөгөнгә 450 мең кешегә прививка эшләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, вакциналаныуҙы дауам итергә кәрәк. Май байрамдарынан һуң коронавирус менән ауырыусыларҙың бер аҙ артыуы көтөлә. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 134 кеше коронавирус йоҡторған, 128 пациент һауыҡҡан, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле республикала 1 меңгә яҡын  коронавирус сирле  бар, уларҙың 161-е  дауаханаға  һалынған.

Фото №1 - Башҡортостанда халыҡты коронавирустан ҡабаттан вакциналау дауам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ