Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, иртә культуралар дөйөм майҙандың 18 процентында, йәғни 402 мең гектарҙа сәселгән. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез хужалыҡтары сәсеүҙең яртыһын тамамланған. Әлшәй районында быйыл 63 мең гектарҙа иртә культуралар сәсеү бурысы тора. Әлегә эштәр 42 процентҡа теүәлләнгән. Зәбир Ғәйетовтың крәҫтиән-фермер хужалығында майлы культураларға өҫтөнлөк бирәләр. Хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары Фаил Садыҡов.
Әлшәй хужалыҡтарында техника яңыртыу буйынса эштәр уңышлы алып барыла. Уҙған йыл фермерҙар 317 миллион һумға 56 берәмек төрлө ауыл хужалығы агрегаты һатып алған. Техника паркы яңы булғанлыҡтан санкциялар әлегә борсомай, ти райондың ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Салауат Шәмсетдинов.
Әлегә республикала 254 мең гектар иген –борсаҡ, 100 меңендә- май культуралары, 7 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән.







