Быйыл республикала 1 мең 258 мәктәп лагеры, 844 балалар һәм 90 ҡала яны лагерын асыу планлаштырыла. “Балалар хәүефһеҙлегенә төп иғтибар бирелә”, ти Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы идаралығының өлкән инспекторы Линар Зинуров. Әлеге көндә балаларҙы ташыясаҡ транспорт тикшерелә, водителдәр аттестация үтә.







