“Хәтер тупрағы”. 1 майҙа республикала тупраҡ йыйыу буйынса марафон башланды. Башҡортостан райондарынан тупланған ер Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалына. Монумент баш ҡаланың Совет майҙанына ҡуйыла. Марафонға республиканың бик күп ауыл һәм ҡалалары ҡушылды. Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында ла тупраҡ алыу тантанаһы үтте. 6 йәшлек Денис Одинцов һәм уның өләсәһе Эльвера Зиннәтова тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
“Был марафонға бик ҙур мәғәнә һалынған. Ер-әсә бөтәбеҙ өсөн дә ҡәҙерле. Минең атайым һәм уның туғандары ошо изге ер, Ватан тупрағы өсөн көрәшкән”, - ти хеҙмәт ветераны, уҡытыусы Мәмдүнә Зарипова. Уның атаһы Ғәбделғаян Зарипов данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры була.
“Хәтер тупрағы” республика марафонын үткәреү теҙмәһе билдәләнгән. Сара бер нисә районды берләштергән зона үҙәктәрендә була. Бөгөн ул Туймазыла уҙа. Улар эстафетаны Яңауылға тапшыра. Ойоштороусылар әйтеүенсә, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тура трансляция алып барыла.
#БашкортостанМарафонШаймуратова2022







