Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкиле Глеб Егоров әйтеүенсә, май башында тәбиғәттә ял итеүселәргә, шулай уҡ водителдәргә хәүеф янай. Бигерәк тә айыуҙар һәм мышылар ҡурҡыныс тыуҙыра. Ошо көндәрҙә көтөү ҙә сыға. Юлға сыҡҡан йылҡы һәм эре мал да авария сәбәпсеһенә әйләнеүе ихтимал. Автоэксперт Хәлим Әйүпов:
Башҡортостан юлдарында ҡырағай хайуандарҙы бәрҙереү осрағы йыл һайын теркәлә. Мышы, ҡоралай һәм айыуҙар тәгәрмәс аҫтына йышыраҡ эләгә, ти белгестәр.







