Уларҙың күбеһе хәүефһеҙлеккә иғтибар итмәү арҡаһында сыҡҡан. 102 гектар биләмәгә зыян килгән. Һуңғы тәүлектә Учалы һәм Баймаҡ урмансылыҡтарында 3 янғын теркәлгән, ут таралыуға юл ҡуйылмай, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле 15 апрелдә башланды.







