Етеш йәшәйем тиһәң, иртә яҙҙан етен сәс!

Благовар районы хужалыҡтары үҙҙәре өсөн яңы ҡағиҙә үҙләштергән. Йыл һайын сәсеүлектәрҙең ҙур өлөшө юғары табышлы майлы культуралар өсөн бүленә. Әле шипкән, гәрсис, етен һәм сөгөлдөр баҫыуҙарында эш гөрләй. Коллектив көнбайыштың санкциялары шарттарында яңы уңышҡа нигеҙ һалған Благовар эшсәндәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Ленттерра хужалығы келәттәрендә етен орлоғо әҙерлек үтә. Ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртелгән сәсеү материалы ҙур тоҡтарға тултырылып баҫыуға оҙатыла.

Ерҙе эшкәртә, орлоҡто сәсә һәм тигеҙләй. Заманса сәсеү комплексы тотош бригаданы алмаштыра. Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Йылдың ҡоро килеүен күҙаллап хужалыҡта быйыл да етен майҙандарын киңәйтергә булғандар. Сәбәбе ябай, майлы культура ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла яҡшы уңыш бирә, өҫтәүенә, баҙарҙа хаҡы ла ҡиммәтерәк

Санкцияларға тиклем Башҡортостанда үҫтерелгән етен, Европа берлегенә оҙатылған. Көнбайыш баш тартҡандан һуң  республика көнсығышҡа йүнәлгән. Көньяҡ Азия баҙарҙарында  етенгә ихтыяж ҙур. Апрель уртаһында ғына Ҡытайға 282 мең тонна майлы орлоҡ экспортланған. Беларуссия ла  Башҡортостанда үҫтерелгән етенде күпләп алырға әҙер. Шуға ла быйыл был культураның дөйөм майҙанын 75 мең гектарға еткереү күҙаллана.

Шәкәр сөгөлдөрө лә Башҡортостанда юғары табышлы техник культура иҫәпләнә. Благовар районында әле уны сәсеү эштәре  башланып тора.

Сөгөлдөр орлоғоноң 80 проценты әлегә тиклем Рәсәйгә сит илдәрҙән индерелде. Коллектив көнбағыштың санкцияларына ҡарамаҫтан, сәсеү материалына ҡытлыҡ юҡ. Хужалыҡта татлы тамыр орлоғо көҙҙән тәьмин ителгән.

Дөйөм алғанда, Благовар районында яҙғы сәсеү ойошҡан шарттарҙа үтә. Көнбайыштың санкциялары тойолмай. Техника, алмаш өлөш етәрлек, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама һәм орлоҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ.

Тәбиғәт шарттары ҡырыҫ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Рәсәйҙең ныҡлы ауыл хужалығы төбәге булыуын йылдан-йыл раҫлап килә. Һуңғы йылдарҙа  хужалыҡтарҙың төрлө культураларҙы үҙләштереүе һәм баҫыуҙарҙа сәсеү әйләнешен теүәл үтеүе ҡоролоҡ ососронда ла ярайһы уҡ мул уңыш алырға мөмкинлек бирҙе.

Фото №1 - Етеш йәшәйем тиһәң, иртә яҙҙан етен сәс!

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ