Хөкөм ителеүселәр эскәмйәһенә Аҡъяр ауылы янғын-ҡотҡарыу бүлегенең ҡарауыл етәксеһе ултырҙы. Ул вайымһыҙлыҡта ғәйепләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл былтыр августа теркәлде. Ул көндө янғын һүндереүсе бригадаһы менән гаражда сыҡҡан утҡа ҡаршы көрәшә.
Ҡарауыл башлығы ошо мәлдә гараж эсенән тиҙ тоҡаныусы матдә һалынған һауытты сығара. Әммә ут һүндерелгәндән һуң хәүефле мискә ҡарауһыҙ ҡала. Шул уҡ кистә һауыттағы кәрбид шартлауы һөҙөмтәһендә уйнап йөрөгән ике бала зыян күрә. Уларҙың береһе һуңынан вафат була.
90 процент тәне бешкән малай бер нисә көндән дауаханала вафат була. Икенсе бала ауыр тән йәрәхәттәре ала. Ҡарауыл етәксеһе барыбыр үҙ ғәйебен таныманы. Материал судҡа тапшырылды.
Илдар Байбулатов




