Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көндәрҙең боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Бөгөн төндә республика төбәктәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ошондай уҡ һауа торошо иртәгә көндөҙ ҙә дауам итә. Шулай ҙа көньяҡ райондарҙа башлыса яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Урыны менән көслө ел сыға.

Уның тиҙлеге секундына 20 метрғаса етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 3- 8 градус йылы, айырым райондарҙа ҡырау төшкәндә 3 градусҡаса һыуыта, көндөҙ 15-20, төньяҡ төбәктрҙә 8-13 градус йылы күрһәтә. Ҡотҡарыусылар  көслө ел ваҡытында һаҡ булырға, ҡороған ағас, реклама банерҙары, бағаналар эргәһенә яҡын бармаҫҡа, автомобиль ҡуймаҫҡа  кәңәш итә.  

Фото №1 - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көндәрҙең боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Рәйлә Күсемханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ