Өфө лимонарийында Плюмерия сәскә атҡан

Был үҫемлектең тыуған ере Тымыҡ океандың көньяҡ утрауҙары, Көньяҡ Америка һәм көньяҡ-көнсығыш Азия. Хуш еҫле был ағасты Башҡортостаға Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова Берләшкән ғәрәп әмирлектәренән һатып алып ҡайтҡан.

Тропик үҫемлеккә Плюмерия тигән атама француз ботанигы Шарль Плюмье хөрмәтенә 17 быуатта бирелә. Дөйөм ҡулланылышта уның франжипани тигән исеме лә бар, был инде Плюмерия сәскәһенән хушбуй уйлап сығарған италия дворянины иҫтәлегенә ҡушыла.

 Алыҫ ҡитғаларҙан килгән үҫемлек Өфө лимонарийында тиҙ ерегә. Май байрамдарын да бөтәһен дә ғәжәпләндереп сәскәгә төрөнә. Лимонарий белгестәре әйтеүенсә, Плюмерияның сит тупраҡҡа тиҙ  өйрәнеүе үҙе бер мөғжизә.

Фото №1 - Өфө лимонарийында Плюмерия сәскә атҡан

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ