Бөгөн Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе әҙерләгән гуманитар ярҙамдың икенсе партияһы Донбасҡа оҙатылды. Ҡаптарҙа – оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар һәм канцелярия тауарҙары.
Партия активистары ойошторған мәрхәмәтлек сараһына республика халҡы, предприятиелар дәррәү ҡушылған. Йөк машинаһы башта Ульяновск ҡалаһына тиклем бара, артабан Волга буйы федераль округынан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ҙур гуманитар ылау ебәрелә.
Гөлназ Хәйбуллина







