Ҡыйыулығы, хәйләкәрлеге өсөн уны «Ҡара генерал» тип йөрөткәндәр. Гитлерҙың шәхси дошманына әйләнгән яҡташыбыҙға арналған сарала мәктәп уҡыусылары, Өфө кадет корпусы курсанттары ҡатнашты.
Буласаҡ герой 1921 йылда Баҡалы районында тыуа. Даян Баян улының хеҙмәт юлы балалар уҡытыу эше менән башлана. Һуғышҡа тиклем хәрби училище тамамлаған егет 1941 йылдың октябрендә дошман баҫып алған ергә эләгә. Даян Баян улы 6 тиҫтә поезд составын юл ситенә осорған, Чехословакия биләмәһендә генә 4 меңдән ашыу дошманды тар-мар иткән легендар партизан.
Һуғыштан һуң уға Чехословакияның милли батыры исеме бирелә. Тыныс тормошта Даян Мурзин баш ҡала һәм республиканың ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәне, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Александр Матросов, Миңлеғәле Шайморатов, йәки Муса Гәрәев булһынмы – Бөйөк Еңеү яҙын яулаған яҡташтарыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана алабыҙ. «Динамо» спорт комплексы бинаһында ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә интернационал партизан отряды командиры Даян Мурзин ҡаһарманлығы тураһында сығыштар яңғыраны. Сараны Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ойошторҙо.
Түңәрәк өҫтәлдә һуғыш ветеранының ҡыҙы Роза Рәхмәтуллина ла ҡатнашты. Ул атаһының иҫән сағында донъя күргән автобиографик китабы менән таныштырҙы. Даян Баян улы иҫтәлегенә арналған саралар шәлкеме спорт ярыштары менән дауам итәсәк. «Өфө -арена» боҙ һарайында балалар хоккей командалары Даян Мурзин кубогына көс һынашасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова




