Баймаҡ районында уҙған бәйгелә биш ғаилә көс һынашты. Конкурс талаптары буйынса, конкурста ҡатнашыусылар бергәләп эшләгән ҡул эштәрен, йыр-моңға һәләтле булыуҙарын күрһәтергә тейеш ине.
Һөҙөмтәлә «Иң ижади ғаилә», «Иң татыу ғаилә» кеүек төрлө номинациялараҙа еңеүселәр билдәләнде, ә республика кимәлендә район данын яҡлаусылар итеп Йәнйегет ауылынан Ҡарабаевтар ғаиләһе һайланды. Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар 13 бала тәрбиәләй, уларҙың 10-һын улар ҡурсыуға алған.
Рәзилә Ғиниәтуллина







