Конкурста ике тиҫтәгә яҡын ҡыҙ ҡатнашты, улар өс йәш категорияһында Гран-при өсөн көс һынашты. Оло сәхнәгә тәүгеләрҙән булып 12 йәшкә тиклемге балалар сыҡты. Башта уларҙың һәр ҡайһыһы менән яҡындары – атайҙары, ағайҙары таныштырып үтте. Артабан һылыуҡайҙарҙың йыр-бейеүгә маһирлығы, артислыҡ һәләттәре баһаланды.
Матурлыҡ бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса 13 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр араһында Гран-приҙы Йылайыр районынан Айзилә Солтанова яулаһа, өлкәндәр категорияһында Баймаҡ районынан Айгөл Мырҙабулатоваға етеүсе булманы. Уға 100 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырылды.
Әйткәндәй, «Башҡортостан гүзәле» конкурсы 2017 йылдан алып уҙғарыла, сараны ойоштороусылар булараҡ Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы һәм «Һомай» дефиле театры сығыш яһай. Конкурста республиканан ситтә йәшәүсе сая, матур, зифа буйлы башҡорт ҡыҙҙары ла ҡатнаша.
Гөлназ Хәйбуллина




