Аҡъярҙа Урал Аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге кубогына мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо

Спорт берләштерә. Аҡъярҙа Урал Аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге кубогына мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо. Ярышта Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы командалары ҡатнашты.

Уйынсыларҙың барыһы ла төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре. Спорт сараһын ойоштороусылар билдәләүенсә, финалға төбәктең иң көслө командалары сыҡҡан.

Мини-футбол буйынса ойошторолған ярышта барлығы алты команда уйнаны. Турнир һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Әбйәлил районы йәштәре яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы баймаҡтар һәм хәйбуллалар уртаҡлашты.

Фото №1 - Аҡъярҙа Урал Аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге кубогына мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ