Эстафета республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә

«Ер хәтере» республика хәрби патриотик марафонында ҡатнашыусылар бөгөн Туймазыға барып етте. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға ҡара тупраҡ оҙатыу акцияһы ҡаланың «Геройҙар аллеяһын»да үтте.

Туймазыға шулай уҡ Октябрьский ҡалаһы, Шаран, Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош районы вәкилдәре лә килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы төбәктәрҙәге мемориаль комплекстарҙан һалдат каскаһына һалып бер ус тупраҡ алып килгәйне. Изге янсыҡты дивизия вариҫтарына тапшырыу мәлен БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.

Күптән инде халыҡ йырына әүерелгән үлемһеҙ әҫәрҙе кем генә яттан белмәй ҙә, кем генә башҡармай. Башҡорт атлылары ҡаһарманлығын һәм легендар генерал  Шайморатовты данлаған йыр бөгөн бөтә Туймазы ерен яңғыратты. 

Туймазының Геройҙар Аллеяһында ойошторолған тантаналы митинг Октябрьский ҡалаһы, Шаран, Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош районы вәкилдәрен бергә йыйҙы. Туймазылар Өфөлә ҡуйыласаҡ һәйкәл нигеҙенә күмеләсәк изге ерҙе Ҡандракүл ауылынан килтергән.

 «Ер хәтере» республика марафонын йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, быуындар бәйләнеше сағылышы тип тә атарға мөмкин. Афған, Чечен һуғыштары ветерандары һәм йәш армеецтар бер сафта ата-бабалар рухына тоғро ҡалыуын күрһәтте. 

Үҙенсәлекле патриотик марафон  барышын  республика халҡы онлайн-режимда күҙәтә ала. Изге тупраҡ тапшырыу сараһын «Бәйләнештә» селтәрендә һәм Прокультура РФ сайтында тура эфирҙа трансляциялана.

Фото №1 - Эстафета республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ