Еңеү көнөн яҡынайтып. Өфөнөң Октябрь проспектында парадтың генераль репетицияһы ойошторолдо. Быйыл күләмле сарала башҡорт һыбайлылары, кинологтар ҙа ҡатнаша. Ҡул көрәше буйынса күрһәтмә сығыштар көтөлә. Шулай уҡ баш ҡаланы бәләкәй авиация һәм вертолеттар осоп үтә. Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ҡаршылауға әҙерлек барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфө үҙәгендә Еңеү көнөнә хас байрам кәйефе хакимлыҡ итә. Парадтың генераль репетицияһы бара. Бында һәр аҙым, һәр хәрәкәт алдан иҫәпләнгән. Күңелдәрҙе рухландырыусы күренеш.
9 май иртәнге сәғәт унда тантаналы парадты байраҡлы төркөм һәм барабансылар взводы аса. Артабан колонна тынлы оркестр тауышына тигеҙ сафтар менән алға ҡуҙғала.
Күләмле сарала 21 парад расчеты ҡатнаша. Өфө территориаль гарнизоны хәрбирҙәре, Федераль башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелеш ветерандары, юнармеецтар, кадеттар һәм курсанттар, барлығы мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша.
Быйыл состав бер ни тиклем яңыртылған булыуы ла билдәле – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының кинологтары һәм кавалерия бүлексәһе ҡушылған. Һыбайлылар хәрби кейемдәрҙә, Рәсәй геройы, легендар генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың образы ла һынландырыла.
Ҡоро ер, хәрби-һауа һәм хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәрҙәренән торған почет караул ротаһы булдырылған. Тантаналы маршта үтеү һәр кемдең иңенә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Сара сиктәрендә кадеттар барабанда уйнай, плац-концерт ойоштора. Шулай уҡ йәштәр ҡул көрәше буйынса күрһәтмә сығыштар әҙерләгән.
Быйыл парадта ҡатнашҡан иң яҡшы төркөмгә кубок тапшырыла. Икенсе һәм өсөнсө урын алыусылар дипломдар менән бүләкләнә. Конкурс республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса үтә.
Еңеү көнөнә етди әҙерлек талап ителә. Парадтың сираттағы генераль репетицияһы шәмбегә планлаштырылған. Был участкала транспорт хәрәкәте йәнә ваҡытлыса сикләнә.
9 май парадтан һуң һауала ун бер самолет һәм өс вертолеттан торған пилотаж төркөм сығыш яһаясаҡ. Октябрь Проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» та үтә. Өфөләге акция 150 меңгә яҡын кешене берләштерәсәк. Күләмле байрам саралары сиктәрендә сағыу концерт, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең билдәле артистары сығыштары көтөлә. Еңеүҙе сағылдырыусы салют та күк йөҙөн ялмап аласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина







