“Һөт кухняһы” республика мәктәптәрен биойодлы йогурт менән тәьмин итергә ниәтләй

“Һөт кухняһы” республика мәктәптәрен биойодлы йогурт менән тәьмин итергә ниәтләй

Әлегә продукция һынау рәүешендә бер нисә белем усағына ғына таратыла. Майҙансыҡ булараҡ Өфө районы һайланған. Мәҫәлән, Михайловка ауыл мәктәбендә 700-гә яҡын бала уҡый. Балалар баҡсаһында ике йөҙ самаһы ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә. “Беҙҙең балалар үҙебеҙҙә етештерелгән, сифатлы һәм тәмле йогуртты яратып ашай”, - ти ата-әсәләр комитеты вәкиле Гөлфинә Салауатова.

“Һөт кухняһы” республика мәктәптәрен биойодлы йогурт менән тәьмин итергә ниәтләй

Башҡортостан йод ҡытлығы күҙәтелгән төбәктәр исемлегендә. “Был матдә етешмәгән осраҡта, ҡайһы бер ауырыуҙар барлыҡҡа килергә мөмкин”, - ти медицина фәндәре докторы Зәкиә Тереғолова. Ул йодланған тоҙ ҡулланырға тәҡдим итә.

“Һөт кухняһы” республика мәктәптәрен биойодлы йогурт менән тәьмин итергә ниәтләй

Байтаҡ илдәрҙә һатыуға йод ҡушылған тоҙ ғына сығарыла.

Фото №1 - “Һөт кухняһы” республика мәктәптәрен биойодлы йогурт менән тәьмин итергә ниәтләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ