Республика профсоюздар йорто залдарында үҙенсәлекле күргәҙмә

«100 изге эш» акцияһы сиктәрендәге экспозицияла студенттарҙың иң сағыу эштәре ҡуйылған. Бында Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙың 50 картинаһы, 30 дизайнер проекттары һәм бер-нисә уңышлы скульптураһы менән танышырға мөмкин. Портрет, натюрморт, пейзаж станок композицияһы – төрлө жанрҙағы ижади эштәр тамашасыны тормошсанлығы, ҡабатланмаҫ биҙәктәре менән йәлеп итә.

Өфө сәнғәт училищеһы һәм Башҡортостан профсоюздарының 100 йыллығы уңайынан ойошторолған күргәҙмә июнь аҙағына тиклем эшләй. Һынлы сәнғәт, дизайнер, скульптор һөнәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр бында үҙенсәлекле эштәр менән яҡындан танышыша ала.

Күргәҙмәгә төрлө йылдарҙа беҙҙә уҡып сыҡҡан рәссамдарҙың, скульпторҙарҙың, дизайнерҙарҙың эшен ҡуйҙыҡ. Экспозиция Башҡортостан профсоюздарының һәм Өфө сәнғәт училищеһының йөҙ йыллығына арнала.

Лидия Воробьева, Өфө сәнғәт училищеһы директоры
Фото №1 - Республика профсоюздар йорто залдарында үҙенсәлекле күргәҙмә

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ