Рәсәй почтаһы һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә ҡотлау хаттары тапшыра

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Рәсәй почтаһы һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадала булғандарға Рәсәй президенты ҡул ҡуйған ҡотлау хаттарын тапшыра. 7 майға тиклем почта хеҙмәткәрҙәре республикала йәшәүсе 16 704 почетлы адресатты йөрөп сығасаҡ.

Ил буйынса 600 меңдән ашыу кешегә Владимир Путиндың ҡотлауы ебәрелгән. Өфөнән тыл хеҙмәтсәне Бәғиә Шакирова ла Мәскәүҙән килгән хатты ҡабул итте. Апрелдә 101 йәшен тултырған сал сәсле ветеран һуғыш йылдарында фашистик көстәр шартлатҡан тимер юлдарҙы ремонтлауҙа ҡатнашҡан. «Мәскәү оборонаһы өсөн»  миҙалы менән бүләкләнгән. Тотош Украинаны йөрөп сығып, Бөйөк Еңеү көнөн Одессала ҡаршылаған.

Ил президентының ҡотлау хаттары һәр адресатҡа барып етәсәк. Талап ителгәндә, Рәсәй Почтаһы белгестәре ветерандың яңы йәшәү урынын асыҡлаясаҡ. Әгәр ветеран өйҙә булмаһа, мәҫәлән, дачаға ваҡытлыса күсенгән булһа, хат яҡындағы бүлексәлә тағы бер ай һаҡлана.

Рәсәй Президенты ҡотлауын еткереү изге йолаға әүерелде. Почта хеҙмәткәрҙәре участкала йәшәгән һәр ветеран менән яҡшы таныш. Шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнө алдынан беҙ республика башлығы Радий Хәбировтан да һуғыш балаларына ҡотлау хаттары тапшырабыҙ. Адресаттар һаны 160 меңдән ашыу.

Борис Слуцкий, «Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостан буйынса филиалы матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Фото №1 - Рәсәй почтаһы һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә ҡотлау хаттары тапшыра

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ