Ботаника баҡсаһында Голландиянан килтерелгән япон сейәһе 2001 йылда ултыртыла. Бына инде 10 йыл тирәһе май башында ҡыуаҡлыҡ шау сәскәгә күмелә. Ғилми хеҙмәткәрҙәр был күренеште ҡыштың ҡарлы һәм йылы килеүенә бәйләй.
Сакура Ботаника баҡсаһында тәүгеләрҙән булып сәскә ата һәм уртаса 10 көн дауамында хуш еҫ таратып ултыра. Шулай уҡ Ботаника баҡсаһында магнолия, гортензия һәм багрянник кеүек әкиәти ҡыуаҡлыҡтар сәскә атырға әҙерләнә. 2 гектар биләмәлә барлығы 300-ҙән ашыу экзотик ҡыуаҡ үҫтерелә.
Әлфинә Килдейәрова




