Сәләмәт тормошҡа әйҙәп. Ишембайҙа полиция хеҙмәткәрҙәре араһында күп төрлө ярыш уҙғарылды. Спорт сараһында Эске эштәр министрлығының район-ҡала бүлексәләре командалары ҡатнашты.
Тәүҙә хоҡуҡ һаҡсылары билдәләнгән ваҡытҡа табель ҡоралдан атып, мәргәнлеккә көс һынашты. Артабан турникта тартылыу, бер саҡрым араға йүгереү, йөҙөү кеүек этаптар булды.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса полиция хеҙмәткәрҙәренең физик һәм һөнәри әҙерлек кимәле юғары баһаланды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ишембай ҡалаһы менән Стәрлетамаҡ районы командалары уртаҡлашһа, беренселекте Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бүлексәһе яуланы.
Гөлназ Хәйбуллина







