Бөгөн төндә Өфөлә ер убылған

Төнгө сәғәт өсөнсө яртыла Урман проезы 3 кәсер 2 йорто эргәһендә ер убылған. Ваҡиға урынын ҡарағас, 50 метр диаметрға 5 метр тәрәнлектәге соҡор барлыҡҡа килгәне асыҡланды, тип яҙа баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев.

Ғәҙәттән тыш хәл Көнсығыш сығыу юлының 20 йыл элек ҡуйылған көньяҡ штольняһы емерелеүе һөҙөмтәһендә килшеп тыуған. Ул төҙөлөш материалдарын ташыу һәм тупраҡ сығарыу өсөн ҡулланылған була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү 2007 йылда туҡтатылғайны. Уны хеҙмәтләндереп тороу өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум аҡса бүленеп торҙо. Күләмле төҙөлөштө яңынан тергеҙеү тоннель оҙонлоғо буйлап башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү мөмкинлеге бирә.

Әлеге ваҡытта ер уйылған урынға төҙөлөш эштәре барып етмәгән. График буйынса, нығытыусы ҡоролмаларҙы июндә урынлаштырыу планлаштырылған булған. Биләмәлә инженер селтәрҙәре һәм газ торбалары үтмәй, зыян күреүселәр юҡ.

Әлеге ваҡытта тоннель конструкцияһын эстән дә, тыштан да күҙәтеп торабыҙ. ПроектлАусынан тәҡдимдәр алдыҡ, подрядсы ойошма эш графигын төҙөй. Көнсығыш сығыу юлының башҡа урындарында төҙөлөш эштәре дауам итә.

Павел Слобожанин, «Пуск» компанияһы вәкиле
Фото №1 - Бөгөн  төндә  Өфөлә ер убылған

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ