Ғилми нигеҙҙә үҫешкән хужалыҡ

Ҡыйғы районындағы предприятие баҫыу эштәрен фән белгестәре менән берлектә алып бара. Бөгөн механизаторҙар берҙәм эштең һөҙөмтәһен ужым баҫыуҙарында күрә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ике тиҫтә йыл самаһы буш ятҡан баҫыуға бөгөн минераль ашлама индерелә. Күптән һөрөлмәгән, ҡыуаҡлыҡ баҫҡан ер колхоз заманындағы хәленә ҡайтарылған.Көҙҙән сәсеп ҡалдырылған ужым культураһы бер юғалтыуһыҙ ҡышлаған.40 йылға яҡын ғүмерен ауыл хужалығы тармағына арнаған Руслан Мужаев уңыш серен ҡеүәтле техникаға һәм эшкә намыҫлы мөнәсәбәткә лә бәйләй.

Ауыл хужалығы ерҙәрен урындағы фермер Динар Әхмәтдинов бер йыл элек ҡуртымға ала. Бер ниндәй сауҙаһыҙ, өҫтәүенә льготалы шарттарҙа. Йүнсел тыуған Ҡыйғы районында ғәмәлдәге ҡошсолоҡ комплексы нигеҙендә күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу хыялы менән яна. Был мәсьәләне ул  Радий Хәбиров менән үткән  инвестиция сәғәтендә лә күтәреп сыға.

Үҫемлекселек тармағын йүнсел үҙе алып бара. Баҫыу миҙгел әйләнәһенә шәхси күҙәтеү аҫтында ҡала, эш  фәнни нигеҙҙә алып барыла. Ер эшкәртеү, сәсеү, минераль ашлама индереү – агротехник эштәрҙең һәр ҡайһыһы  ҡағыҙға теркәлеп бара. Көҙҙән бинар ысул менән сәсеп ҡалдырылған культуралар бөгөн берҙәм сығышы ҡыуандыра.

Ужым шипкәнен викаға йәнәш ултыртыу техник культураның азот менән байытылыуына булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, баҫыу киләһе йыл сәселәсәк иген культуралары өсөн химик матдәләр менән байытылып ҡала.

Тәүге уңыш  июль баштарында көтөлә. Әйткәндәй, быйыл ҡыйғылар  республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә етен үҫтереү үҙенсәлектәре буйынса семинар ойошторорға йыйына. Бөгөн сәселгән  культураның торошона августа белгестәр баһа бирәсәк.

Фото №1 - Ғилми нигеҙҙә  үҫешкән хужалыҡ

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ