Мәктәптәрҙә ремонт гөрләй. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса республикала 2026 йылға тиклем 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк. Федераль субсидия күләме буйынса Башҡортостан өсөнсө урында. Төҙөлөш эштәре Хәйбулла районының Маҡан ауылы мәктәбендә лә башланған.
Маҡан мәктәбе 1961 йылда сафҡа инә. 33 йыл үткәс төкәтмә төҙөлөп белем усағы менән «Миләшкәй» балалар баҡсаһы күршеләш урынлаша. Шул ваҡытта уҡ бинала ремонт эшләнә, ҡыйығы һәм тәҙрәләр алмаштырыла. Ләкин уларҙың файҙаланыу ваҡыты күптән үткән.
Әле объектта ҡыҙыу эш мәле. 20 кешенән торған төҙөлөш бригадаһы барлыҡ эштәрҙең 13 процентын тамаланған. Белем усағын төҙөкләндереү маҡсатында 40 миллион һум аҡса бүленгән. Уларҙың 6 миллионы уҡыу кластарын йыһазландырыу өсөн ҡулланыласаҡ.
Шулай уҡ, елләтеү ҡоролмалары, электр сымдары тулыһынса яңыртыласаҡ, биләмә тәртипкә килтереләсәк. Капиталь ремонтты август урталарына тамалау күҙалланған. Яңырған мәктәптә 120 малай-ҡыҙ уҡыясаҡ.
Әлфинә Килдейәрова




