Акция сиктәрендә Иҫке Балтас ауылындағы мемориаль комплекста патриотик сара үтте. Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға ҡара тупраҡ оҙатыу сараһында урындағы халыҡ, мәктәп уҡыусылары, район хәрбиҙәре ҡатнашты.
Илһөйәрлек акцияһында гильза нигеҙенә һалынасаҡ ҡара тупраҡ республиканың бөтә райондарынан йыйыласаҡ.
Флорида Ким







