Күләмле һәм оҙайлы төҙөкләндереүҙән һуң асылған бинала Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле мәғлүмәт тупланды. Музей экспонаттары уртаҡ көс менән республика район-ҡалаларынан йыйылған. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Булат Баев 1945 йылда Берлинда Еңеү яҙын ҡаршылап өлгөрмәй һәләк булған олатаһы иҫтәлегенә музей ойошторған. Коррекция мәктәбе директоры экспонаттар аша балаларға тарихи ваҡиғаларҙы еткереү маҡсатын ҡуйған. Бөйөк Ватан һуғышына бәйле материалдар тупланған музей республиканың Бөйөк Еңеүҙе яулауға индергән өлөшө тураһында бәйән итә, онотолмаҫ тарихи ваҡиғаларҙы барлай.
Мәғариф учреждениеһы нигеҙендә Хәрби дан музейын асыу хыялы 2005 йылда уҡ барлыҡҡа килһә лә, техник талаптар буйынса бина төҙөкләндереүгә ябылғас, эш туҡтап тора. Ниһәйәт, тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, яңыртылған музей ишектәре асылды. Экспозиция бер нисә тапҡыр тулыланып, йөкмәткеле эстәлеге менән айырылып тора.
Коррекция мәктәбендә Хәрби дан музейын асыу осраҡлы ваҡиға түгел, тип белдерҙе ойоштороусылар. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар тарихты һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын етди, ҡыҙыҡлы сығанаҡтарҙан өйрәнеп үҫергә тейеш.
Музейҙа һаҡланған экспонаттарҙы туплау өсөн республика район ҡалалары ла ҡушылған. Башҡа коррекцион мәктәптәр, хәрби дан музейҙарынан бүләк ителгән тарихи әйберҙәр быйыл яңы бинала урын алды. Һалдаттарҙың хаттары, хәрбиҙәрҙең шәхси әйберҙәре, һуғыш осоро тураһында һөйләгән документтар һәм фотоһүрәттәр мәктәп музейында һаҡланасаҡ.
Флорида Ким




