Октябрь революцияһының йәштәше, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт итеүсе

 Тиҙҙән Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Өфө районы Нөрлө ауылында йәшәүсе Шәһиҙә Нурияздан ҡыҙы Кәбирова Еңеү байрамы һәм үткән юбилейы менән ҡотлауҙар ҡабул итә. 2 майҙа ул  үҙенең күркәм ғүмер байрамын -105 йәшен туйланы. Йөҙйәшәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Был  һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәре илебеҙ азатлығы өсөн күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн.  Уның хәләле һәм башҡа ир-уҙамандар Ватан һағына баҫҡанда, Шәһиҙә Кәбирова һәм уның әхирәттәре  Еңеүҙе тылда фиҙәҡәр хеҙмәте менән яҡынайта.

Район хакимиәтенән маҡтау ҡағыҙы, ил Президентынан тәбрикләү хаты. Шәһиҙә Кәбированың күҙҙәренә йәш тула. Үҙе хаҡында даими хәстәрлек күреүҙәре һәм иғтибар бүлеүҙәре өсөн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ағинәй 105 йәшендә лә яҡты зиһенле.Ул башҡарған эштәрҙе һанап китһәң, бер ҙур китапҡа етерлек.  Көндө-төнгә ялғап фермала эшләй, һуңынан трактор штурвалы артына ултыра.

Икмәккә лә туймайҙар, бөтә ғаиләгә көндәлек норма ни бары 400 грамм ғына була. Ауыр физик эштәрҙе башҡарыр өсөн үләндән һәм картуфтан ҡоймаҡ бешерәләр, ә ҡышҡы оҙон төндәрҙә фронттағы һалдаттарға йылы бейәләйҙәр һәм башалтайҙар бәйләйҙәр. 1941 йылда  хәләлен фронтҡа оҙатҡанда ҡулында өс балаһы була. Һикһәнде артылған ҡыҙы Наилә Ғарипова ла йөҙйәшәр әсәһе янында үҙен ышаныслы тоя. Эшһөйәрлегем  әсәйемдән, хеҙмәт яратҡас, оҙон ғүмерлебеҙ, тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша.

Шәһиҙә Кәбирова 9 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Үҙенең 105 йәшлек күркәм юбилейын балалары һәм 73 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәрҙәре хоҙурында ҡаршыланы. Балаларының һәр береһен ул ярата һәм күңел йылыһын тигеҙ өләшә. Быуаттан ашҡан бәхетле ғүмерем өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен, ти, тыл ветераны Шәһиҙә Кәбирова.

Фото №1 - Октябрь революцияһының йәштәше, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт итеүсе

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ