Өфөлә «Еңеү хаттары»на арналған хәйриә концерты үтте

Мәҙәни программаны Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада һәм музыкаль-әҙәби лекторий артистары тәҡдим итте. Проекттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Концертта һуғыш йылдары йырҙары һәм патриотик тематикаға заманса композициялар яңғыраны.

Сығыштар араһында сәхнә оҫталары уҙған быуат хәтирәләре – фронттан килгән өс мөйөшлө хаттарҙы уҡыны. Күләмле сараға мәктәп уҡыусылары, кадеттар, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре лә тамаша ҡылды.

Фото №1 - Өфөлә «Еңеү хаттары»на арналған хәйриә концерты үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ