Башҡортостан парламенты депутаттары ошо шелтәне ғәмәлдән сығарыу тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов аңлатма бирә.
Битлек режимы бөтөрөлөүен халыҡ нисек ҡабул итә? Хәбәрсебеҙ фекер белеште.
Шул уҡ ваҡытта белгестәр халыҡты ҡабаттан вакцина яһатырға саҡыра. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала әле 450 мең кешегә прививка эшләнгән. Май байрамдарынан һуң коронавирус йоҡтороусылар артыуы фаразлана.







