Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Урал аръяғы төбәгенә эш сәфәре барышында белдерҙе.
Үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә Премьер министры: «Был бик мөһим һәм кәрәкле объект. Шуға ла Баймаҡ халҡының дәғүәләрен аңлайым, – тип яҙған. – Намыҫһыҙ подрядсы объектты тейешле ваҡытҡа файҙаланыуға тапшыра алманы. Әле беҙ уртаҡ көс менән төҙөлөштө тергеҙҙек.
Объектта эш барышын тиҙләтеү өсөн подрядсы ойошмаға ярҙамға «Башеврокуб» ойошмаһы йәлеп ителә. 12 майҙан алып республика Хөкүмәтендә уҙасаҡ оператив кәңәшмәлә яуаплы шәхестәр төҙөлөш барышы тураһында даими хәбәр итеп торорға тейеш», – тип белдергән Андрей Назаров.




